Радий Хәбиров Ватан һаҡсылары көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты

Төбәк етәксеһе Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә, Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәре эргәһендәге «Мәңгелек ут» мемориалына сәскә гөлләмәләре һалды. Радий Хәбиров күп милләтле республика халҡын, ир-егеттәрҙе, Ватан һаҡсыларын байрам менән тәбрикләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө заман шарттарында айырыуса изге мәғәнәғә эйә. Рәсәй ир-егеттәрен, олоһон кесеһен, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙы туған илгә һөйөү менән берләштергән байрам республика район-ҡалаларында айырыуса илһөйәрлек рухында ойошторолдо. Өфөлә тантаналы митингтарҙың төп өлөшө Совет майҙанында һәм Еңеү паркында үтте.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалып ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләне. Легендар комдив мемориалына йыйылған яугирҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре байрамдың көнүҙәк әһәмиәтен билдәләне.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Еңеү паркында «Мәңгелек ут» мемориалына сәскә һалды. Туған иле өсөн ғүмерен аямай дошмандар менән көрәшеп һәләк булған һалдаттар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.

Ил тыныслығы, киләсәк быуын өсөн дошмандарға ҡаршы көрәшкән ата-бабаларҙың үлемһеҙ ҡаһарманлығы, батырлығы бөгөн алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән яугирҙар рухында. Уларҙың тоғролоғо, илһөйәрлеге быуындар аша ил тарихына яҙылған әһәмиәтле йылъяҙманың береһе булып тора.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ