Рәсәй гвардияһының Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальоны яугирҙары Башҡортостан халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы. Видеояҙмала яҡташтарыбыҙ
был көндө туғандарынан һәм яҡындарынан ситтә булыуын, масхус хәрби операция биләмәһендә Ватаныбыҙҙың имен киләсәге өсөн көрәшеүен билдәләгән. Шулай уҡ яугирҙар даими хәстәрлек өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт белдергән һәм Юғары баш командующий, Рәсәй президенты Владимир Путин менән менән ышаныслы еңеүгә табан барыуҙарын белдергән.






