Эш «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Йылдың икенсе кварталында ғына Белорет йылытыу ҡорамалдары заводында өҫтәмә 30 яңы позиция барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, бөгөн предприятиеның эске төҙөлөшө лә тулыһынса тиерлек үҙгәргән. Производстволағы үҙгәрештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин танышты.
Бер сменала ул йөҙләгән деталь эшкәртеп өлгөрә. Дөрөҫөрәге, штамплай. Гүзәл Вәлиева Белорет йылытыу ҡорамалдары заводында 32-се йыл. Бөгөн Рәсәйҙәге иң ҙур штамплау участкаһында эшләй. Яуаплылыҡ та ҙур: деталь буяуға әҙер булһын өсөн 12 етештереү этабы аша үтергә тейеш.
Заводта хеҙмәт ветерандарына йәнәш йәштәр ҙә эшләй. Эшсе ҡулдар етешмәүгә бәйле, глобаль проблемалар бында остазлыҡ ярҙамында хәл ителә. Урында уҡ уҡыу-уҡытыу ҙа ойошторолған. Хатта 16 йәштән килгән студенттар ҙа тәжрибә туплай ала. Улар өсөн еңел эш ҡаралған - мәҫәлән, этикеткалар йәбештереү.
Йылдың икенсе кварталында ғына ул тағы өсәүгә артасаҡ. Яңы ҡорамалдар милли һәм республика проекттары ярҙамында һатып алына. «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» программаһы, ғөмүмән базаны яҡшыртып ҡына ҡалмай, производствоны ла тулыһынса яңыртыуға этәргес бирә. Үҙгәрештәр ҙә күптән көтөлгән. Сөнки Белорет заводы - Рәсәйҙә йылылыҡ ҡорамалдарын күпләп етештергән берҙән-бер завод.
Һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел. Хеҙмәт шарттары нигеҙендә эске логистика ла күпкә ябайлаштыра. Предприятиелағы бар келәттәр ҙә продукция төрөнә ҡарап үҙгәртелә. Ә әҙер изделиелар бөгөн, хатта маркетплейстарға ла сығарыла башланы. Төп маҡсатҡа өлгәшеү өсөн завод етәкселеге, быйыл хеҙмәт етештереүсәнлеген 17 процентҡа тиклем арттырыу бурысын ҡуя.
Азат Ғәлиуллин






