Мәскәүҙә Башҡортостандың иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Мәскәүҙә Башҡортостандың иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә федераль ведомство наградалары тапшырылды. Тантана «Рәсәй» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә агросәнәғәтте үҫтереүгә арналған экспозицияла үтте. Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттарына төрлө һөнәр эйәләре - агроном, слесарь, механизатор, водитель, эшкәртеүсе предприятиелар белгестәре лайыҡ булды.

Экспозицияла башҡорт менюһы менән фудкорт үҙ эшен дауам итә. Ҡунаҡтарға ваҡ бәлеш, бауырһаҡ, морс һәм боланут тәҡдим ителә. Милли кейемдәге яҡташтарыбыҙ республиканың хозур тәбиғәте тураһында һөйләй, шифалы үләндәр һәм башҡорт балының файҙалы үҙенсәлектәре менән таныштыра. Биләмәлә ойошторолған йәрминкәлә ит, һөт продукцияһы һатыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәскәүҙәге экспозицияла ойошторолған Башҡортостан көндәре сиктәрендә Ғаилә йылына арнап республика шифаханаларына өс путевка уйнатыла. Бынан тыш, билдәле тәҡдим итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ