Сара полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың иҫтәлегенә арналды. Дим районының 161-се лицейын кадеттар үҙәге тип атарға мөмкин. Мәғариф учреждениеһында 5-тән 9-ға тиклем кадет кластары уңышлы эшләп килә. Шуға күрә Артур Әхмәтхановтың иҫәтәлеген мәңгеләштереү буйынса сараларҙың да тап ошо белем усағында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Турнир Башҡортостан башлығы указына ярашлы 2020 йылдан уҙғарылып килә.
Ярышта йыл һайын 200-ҙән ашыу кадет ҡатнаша. Улар башланғыс хәрби әҙерлек, тигеҙ сафтарҙа йөрөү, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, хәрби йырҙарҙы башҡарыу буйынса иң көслөләрҙе асыҡлай.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, кадет кластары араһындағы башланғыс хәрби әҙерлек конкурсында ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың әҙерлек кимәле лә яҡшыра. Ҡоралды һүтеп-йыйыу ваҡыты ҡыҫҡара, балаларҙың физик әҙерлек кимәле лә үҫә.
Был белем усаҡтарында патриотик тәрбиә биреүгә, спорт күнекмәләренә иғтибар артыуына бәйле, ти педагогтар. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда кадет кластары артыуы, Шайморатов кластары барлыҡҡа килеүе шуға асыҡ миҫал. Ә конкурстар тәжрибә уртаҡлашыу, ярыш сәме уятыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.



