Һәүәҫкәр спортсылар һәр йылдағыса Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан боҙ майҙансығына йыйылды. Командаларҙың барыһы ла һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән. Ярыш ике йәш төркөмөндә ойошторолдо. Матч барышын билдәле спорт комментаторҙары яҡтыртты. Турнир барышын тиҫтәләп кеше күҙәтте, уларға һалдат бутҡаһы, йылы сәй тәҡдим ителде.
Күләмле ярыш Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм ҡала Советы депутаты Павел Васильев приздарына ойошторолдо. Өлкәндәр төркөмөндә беренсе урынды баш ҡаланың Дим районы командаһы яулаһа, кесе төркөмдә кубокҡа Киров районынан «Лидер» командаһы лайыҡ булды. Еңеүселәргә миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Һәр уйынсы сәкән алып ҡыуанды. Турнир байрам концерты менән тамамланды



