Ул Рәсәй Геройы Алмаз Сафинға арнала. “Башҡорт” ҡушаматлы яугир Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуып үҫкән. Махсус хәрби операцияла Алмаз Сафин 2022 йылдың 30 сентябренән ҡатнаша. Красный Лиман йүнәлешендә барған алышта алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк була. Тележурналист, проект авторы Гүзәл Хәмитова һөйләй.
“Фильмды төшөргәндә Алмаз Сафиндың яу юлын үттек”, ти автор Гүзәл Хәмитова
"Башҡорт" ҡушаматлы яугир Алмаз Сафин тураһында фильм Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Бөгөн 20 сәғәт 30 минутта күрһәтелә.







