«Ҡунаҡһарай» туҡталышындағы бина әҙер, тиҙҙән яҙыу ҙа барлыҡҡа киләсәк. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты. Быйыл беҙҙең нәшриәткә 105 йыл. Бында башҡорт һәм рус телдәрендә китаптар, Башҡортостан халыҡтары әҙәбиәте баҫыла.
Яңы магазиндың урынлашыуы - халҡыбыҙ һәм туристар өсөн уңайлы. Һуңғыһы айырыуса мөһим - нәшриәт Башҡортостан брендын төбәктән ситтә лә таныта. Маркетплейс аша беҙҙең китаптар бөтә ил буйлап һәм хатта сит илдәргә китә. Сауҙа залын биҙәүгә ижади ҡараш менән ҡаранылар. Традицион китап кәштәләренә уңайлы ултырғыстар өҫтәләсәк. Бында үҫебеҙҙең китаптарҙан тыш, бөтә илдән милли нәшриәттәр продукцияһы ла һатыласаҡ. Һәм мотлаҡ сувенирҙар. Өфөлә бына шундай яңы тартылыу нөктәһе барлыҡҡа киләсәк. Барыһына ла уңыштар, хәйерле сәғәттә! тип яҙған Башҡортостан башлығы.



