Өфөнөң Калинин районында янғынға ҡаршы рейд үтте

Йыл башынан Өфөлә ике йөҙҙән ашыу янғын осрағы теркәлгән, уларҙың дүрттән бер өлөшө Калинин районында. Биләмәлә күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында даими рейдтар ойошторола. Сираттағы профилактик сара Максимовка ауылында үтте. Инспекторҙарҙың эшен БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Максимовка ауылында йәшәүселәр шәмбе иртәһен инспекторҙар менән аралашыуҙан башланы. Белгестәр ҡышҡы осорҙа янғын сығыу ихтималлығы юғары булыуын иҫкәртеп, айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлеше - һәр кемдең яуаплылығында. Лениза Ғималова уттан килгән ҡаза менән яҡшы таныш, бер нисә йыл элек ҡыҫҡа ялғаныш һөҙөмтәһендә иң яҡын кешеһе - әсәһенең йорто янған.

Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдары, мейес менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу оло бәләгә килтереүе ихтимал. Рейд барышында инспекторҙар халыҡҡа янғын хәүефһеҙлегенә бәйле аңлатыу эше алып барҙы. Ихаталарҙа теркәлгән етешһеҙлектәрҙе шунда уҡ юҡ итеү бурысы ҡуйылды. Ә инде ҡапҡаларын асмаған хужаларға иҫкәрмә материалдар почта йәшнигенә һалынды.

Айырыуса электр йылытыу приборҙарҙарын эшләгән килеш ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Һүндерелмәгән бер генә тәмәке төпсөгө лә ут сығыуға сәбәпсе. Белгестәр билдәләүенсә, һәр йортта янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма булыуы шарт.

Йыл башынан Өфөнөң Калинин районында 50 янғын осрағы теркәлгән, дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда күрһәткестең артыуы күҙәтелә. Шуға күрә биләмәлә иҫкәртеү саралары көсәйтелгән. Көн дә рейдтар ойошторола.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ