Награды Республика башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Ришат Халиҡов тапшырҙы. Тантаналы осрашыуҙа яҡташтарыбыҙ - махсус хәрби операция яугирҙары, Рәсәй Геройҙары Борис Дудко, Степан Белов, Умарлаша Ханалиев, Сергей Тулин, Владимир Алимов та ҡатнашты. Кисәлә шулай уҡ махсус хәрби операцияла яраланған яҡташтарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырыусы медицина хеҙмәткәрҙәрен дә тәбрикләнеләр.






