Асҡын районы Төлгөҙбаш ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабына сыҡты

Асҡын районынан «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабына сыҡҡан Төлгөҙбаш ауылы халҡы йомғаҡлау сараһын үткәрҙе. Уның барышында Төлгөҙбаштар үҙ ауылдарының бай тарихын, рухи һәм матди мираҫын күрһәтте.

Саҡырылған ҡунаҡтар Шәрип Васиков исемендәге мәктәпкә барып, урындағы музей менән танышты. Сара барышында геройҙар партаһын асыу тантанаһы үтте, уҡыусылар батыр яҡташтары тураһында һөйләне. Муниципаль этапта еңеү яулаған Төлгөҙбаштар ҡул эштәре күргәҙмәһен дә тәҡдим итте.

Ауылда Кулибиндар етерлек. Ир-егеттәр картуф сәсеү, бесән ташыу, утын ярыу һәм ҡар таҙартыу өсөн бәләкәй техникалар ҙа йыя. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иҫ киткес ҡул эштәре күргәҙмәһе әҙерләгән. Ауылда тырыш, уңған халыҡ йәшәй.

Динис Йосопов, Асҡын районы хакимиәте башлығы

«Айыҡ ауыл» республика конкурсына быйыл биш йыл. Бәйгегә төрлө ауылдар ҡушылып, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Төбәктәрҙең айыҡ йәшәү рәүеше буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында 22-сенән 16-сы урынға күтәрелгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ