Өфөлә асылған «Изгелек күргәҙмәһе»ндә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың 56 ижади эше урын алған

Үҫмерҙәрҙең барыһы ла һирәк осрай торған ауырыуҙар менән яфалана. Экспозициялағы рәсемдәр - уларҙың реабилитация ваҡытындағы арт-терапияһы һөҙөмтәһе. Натюрморт, пейзаж - һәр рәсем үҙенсәлекле балаларҙың донъяға ҡарашын сағылдыра. Йәш авторҙарҙың барыһы ла - Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүселәре. Йәш рәссамдарҙың ҡайһы бер эштәре һатылып та өлгөргән. Йыйылған аҡса балаларға ижад өсөн материал һатып алыуға йүнәлтелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ