Объект «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса төҙөлгән. Бында халыҡты ҡабул итеү, процедуралар өсөн айырым кабинеттар булдырылған, шулай уҡ учреждение заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән.
Халыҡҡа беренсел ярҙам күрһәтеү, диспансерлаштырыу, вакцинация ойоштороу өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. 35 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Гөлүсә Ғәббәсова ла үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡабул иткән.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты өс йөҙгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың 60-ы балалар. Урындағы халыҡ ауыл үҙәгендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән объекттың уңайлыҡтарын юғары баһалай. Үҙҙәре лә өмәләр ойоштороп, биләмәне тәртипкә килтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан.



