Башҡортостандан бер төркөм йәштәр курорт ҡалаһында үтәсәк Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлланды

Өфөнән Сочиға. Башҡортостандан бер төркөм йәштәр курорт ҡалаһында үтәсәк Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлланды. Уларҙы ике көнлөк юл көтә. Республика данын 200-ҙән ашыу егет-ҡыҙ яҡлясаҡ.

Сарала донъяның төрлө илдәренән йәмғеһе 20 меңгә яҡын кеше ҡатнашыр, тип көтөлә. Фестиваль «Сириус» федераль белем биреү үҙәгендә 1 мартта башланып, бер аҙна дауам итәсәк. Программа сиктәрендә фестивалдә ҡатнашыусыларҙы лекция, дискуссиялар, ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр, спорт ярыштары, сәйәхәттәр көтә. Форумда ҡатнашыу өсөн делегаттар махус һайлап алыу туры үткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ