Ошо исемле проект еңеүселәре баш ҡала Мәҙәниәт һарайында сығыш яһаны. «Иң мөһим балалар йырҙары» - «Мәҙәни башланғыстар» Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған музыкаль проект.
Музыкаль марафон 3 йыл элек Светлогорск ҡалаһында башланған. Проект буйынса бер нисә балалар вокал коллективы Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында сығыш яһай. Өфөнән йәш таланттар Воронежға һәм Мәскәүгә южллана. Концертта фәҡәт илһөйәрлек темаһына арналған композициялар яңғырай. Унда махсус хәрби операция ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бушлай саҡырыла.



