Белорет районынан малай-ҡыҙҙар Өфөләге Ҡурсаҡ театрында хәйриә тамашаһында ҡатнашты

Белорет районы Тирлән ауылында йәшәүсе малай-ҡыҙҙар Өфөләге Ҡурсаҡ театрында хәйриә тамашаһында ҡатнашты. 55 баланан торған төркөм өсөн тәүҙә төҙөкләндерелгән театр буйынса экскурсия үткәрелде. Яңыртылған бина, ҡурсаҡтар, музей менән шәхсән театр директоры таныштырҙы. Һуңынан малай-ҡыҙҙар «Ал сәскә» спектаклен ҡараны. Премьера тамашаһы заманса ҡоролмалар ярҙамында ҡуйылған. Төҙөкләндерелгән театрға тирләндәр Башҡортостан башлығы саҡырыуы буйынса килгән.

Бында килеүемә шатмын. Быға тиклем театрҙарҙа булғаным юҡ ине. Бигерәк тә ҡурсаҡтар ҡыҙыҡлы күренде. Уларҙың спектаклдә нисек сығыш яһауҙарын аңлаттылар. Театр бик матур, яҡты.

Илнара Ғибәҙуллина, Тирлән урта мәктәбе уҡыусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ