Федоровка районы Бала Сытырман ауылында Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәров иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир ойошторолдо. Ярышта шулай уҡ Мәләүез, Миәкә райондарынан йәш көрәшселәр көс һынашты. Турнирҙы ойоштороуҙа Геройҙың ҡыҙҙары, мәктәпте тамамлаусылар һәм ауыл халҡы спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән.
Ғәбит Әхмәров Советтар Союзы Геройы, Федоровка районының Оло Сытырман ауылында тыуған. Һуғыштан һуң ул Бала Сытырман ауылында йәшәй һәм эшләй. Герой йәшәгән урамға Ғәбит Әхмәровтың исеме бирелгән. Күптән түгел Бала-Сытырман мәктәбе коллективы урындағы мәктәпкә Геройҙың исемен биреү тәҡдиме менән сыҡҡан.



