Ул компьютер томографияһы ярҙамында эшләнгән һүрәтте эшкәртеп, үпкәнең зарарланған урынын билдәләй. Проект аҡ халатлыларҙың эшен еңеләйтеү, пациентты ҡабул итеү ваҡытын ҡыҫҡартыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Әле программа авторы хеҙмәтен камиллаштырыу, уны дауаханаларҙа ҡулланышҡа индереү өҫтөндә эшләй. Идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты студент стартаптарына ярҙам итеү грант программаһында ҡатнашып, 1 миллион һум күләмендә ярҙам ала алған.
Студент стартаптарына ярҙам итеү грант программаһы Рәсәйҙә 2022 йылдан алып эшләй. Быйыл илдә 2 меңдән ашыу башланғыс хупланасаҡ. Шулар араһында Башҡортостан студенттары лидерҙар иҫәбендә. Ошо осорҙа 162 студент грант алып, үҙ проектын тормошҡа ашырыуға ирешкән.



