Быйыл 29-cы тапҡыр уҙғарылған конкурста 60- ҡа яҡын педагог үҙ көсөн һынап ҡарай. Уҡытыусылар тәүге көндә таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрес бирҙе. Баш ҡаланың 35-се белем биреү үҙәгендәге дәрес барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында конкурс быйыл 29-сы тапҡыр уҙғарылһа, Рәмзиә Шакир ҡыҙының да педагог стажы шул тиклем. Уҡытыусы конкурсҡа уҡытыусыларға ярҙам итергә йыш ҡына килһә лә, үҙ көсөн һынап ҡарарға быйыл ғына баҙнат иткән. Асыҡ дәрес темаһы заман өсөн көнүҙәк- телефондан һөйләшеү. Бәйге шарттары буйынса быйыл үҙгәрештәр бар.
Стәрлетамаҡ районынан килгән Азалия Ибраһимова ла конкурста беренсе тапҡыр. Ауыл мәктәбендә һигеҙ йыл эшләгән уҡытыусы алтынсы класта тәбиғәтте һаҡлау темаһына асыҡ дәрес үткәрҙе. Балалар дәрестә экология темаһына һорауҙарға яуап бирҙе, мәсьәләләр систе.
Конкурс өс турҙа үткәрелә. «Уҡытыусы- һөнәрмән» туры «дәрес», «педагогтың һөнәри компетенцияларын диагностикалау», «уҡыусылар менән һөйләшеү» кеүек конкурс шарттарын эсенә ала.
«Уҡытыусы-оҫта» тип аталған икенсе тур исеменән күренеүенсә, педагогик оҫталыҡты һынауға ҡоролған. Өсөнсө тур матбуғат конференцияһы форматында үтә, унда һәр кем финалсыларға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. «Уҡытыусыға һүҙ» этабы буйынса еңеүсе билдәләнәсәк.
Конкурс 4 мартта Башҡортостан республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында асыласаҡ. Ябыу тантанаһы 28 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.
Рәмилә Исмәғилева



