Уларҙың дәғүәселәре Череповецкиҙың «Северсталь» клубы. Юлаевсылар плей-офф уйындарын Көнсығыш конференцияның өсөнсө, ҡаршы яҡ уйынсылары Көнбайыштың бишенсе баҫҡысында башлай.
Өфө клубы һуңғы биш уйында бер тапҡыр ғына еңеүгә өлгәште. Үткән матч «Себер» файҙаһына тамамланды. Боҙҙағы алышты ҡарарға Дүртөйлөнөң Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла килгәйне. Хоккейға Шайморатов класы тәрбиәләнеүселәрен Радий Хәбиров районға эш сәфәре барышында саҡырғайны.
Салауат Юлаевтың Северсталь менән уйынын Башҡортостан юлдаш телеканалы тура эфирҙа күрһәтә. Матч 18 сәғәт 45 минутта башлана.



