Әүҙем гражданлыҡ позицияһы булғандарға лайыҡлы награда. Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтырыбыҙға ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәргә «Путин командаһы» премияһы тапшырылды. Номинанттар араһында уҡыусылар, ҡотҡарыусылар, табиптар һәм башҡа һөнәрҙәр эйәләре бар.
Премияға лайыҡ булыусылар яңы биләмәләрҙә медицина ярҙамы күрһәтә, һалдаттарға гуманитар ярҙам туплап оҙата, яугирҙар тураһында мәғлүмәт йыя. Ил кимәлендә премияға йөҙҙәрсә кеше лайыҡ булған. Уларҙың барыһы ла Рәсәй именлеген нығытыуға үҙ өлөшөн индерә. Әйтәйек, Өфөнөң Иван Максимча исемендәге 53-сө мәктәбе уҡытыусыһы Динә Гәрәева уҡыусылары менән бергә төрлө хәрби бәрелеш яугирҙары иҫтәлегенә музей асҡан. Әлеге ваҡытта улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары тураһында мәғлүмәт туплай.






