Республика стендында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тематик көн ойошторолдо. Почет ҡунаҡтар булараҡ Рәсәй геройы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Бөрөнән Борис Дудко һәм Төньяҡ Кавказда контртеррористик операция барышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән хәрби летчик, Ҡариҙел районынан Владимир Әлимов саҡырылғайны. Улар балалар араһында «Башҡорт геройы» һүрәт конкурсында еңеүселәргә һәм призерҙарға бүләктәр тапшырҙы. Майҙанда теләүселәргә ил һаҡсыларына хат яҙып, республиканың тарихы менән танышыу мөмкинлеге лә бирелде.






