Кисә континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты тамамланды. Һуңғы көндә юлаевсылар «Северсталь» клубын ҡабул итте. Турнир әһәмиәтенә эйә булмаһа ла, ике команда ла көсөргәнешле уйын күрһәтте. Осрашыуҙың яҙмышы һуңғы секундтарҙа хәл ителде. Глеб Кузьмин индергән шайба яҡташтарыбыҙға 4-3 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Әйтергә кәрәк, әлеге уйын Иван Дроздовтың бенефисы булды. Ул үҙ иҫәбенә хет-трик яҙҙы.
Ғәҙәттә көйәрмәндәр өс шайба индергән хоккейсыға хөрмәт йөҙөнән боҙға бейсболкаларын ташлай. Ә был юлы хоккей һөйөүселәрҙең береһе хатта башҡорт бүреген ырғытты.
Шулай итеп юлаевсылар быйылғы миҙгелде 3-сө урында тамамланы. Гагарин кубогы өсөн көрәште яҡташтарыбыҙ «Трактор» менән башлай. Тәүге ике уйын 29 февралдә һәм 2 мартта «Өфө-Арена» боҙ һарайында үтә. Артабан командалар тағы ла ике тапҡыр Силәбелә осраша. Дүрт тапҡыр еңеү яулаған клуб икенсе этапҡа сыға.



