Әле уның концепцияһы төҙөлә. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр. Шәхси торлаҡтың күпләп төҙөлөүен иҫәпкә алып, бер төрлө проектҡа ярашлы йорттар һалыу һәм бер юлы инженер инфраструктураһын да хәстәрләү кәрәклеген Радий Хәбиров йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгәйне.
Республика башлығы әйтеүенсә, 2030 йылға тиклем йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы ҡуйылған. Бының өсөн әленән үк темптарҙы арттырыу, нигеҙ һалыу кәрәк. Йыл башынан алып ҡына Башҡортостанда 407 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда күрһәткестәр 32 процентҡа юғарыраҡ.
Төҙөлөшкә аҡса индереп алданыусылар хоҡуҡтары тергеҙелеүе лә торлаҡҡа ихтыяжды арттыра. Ипотека алыусылар күбәйеүе лә быға этәргес бирә. Шуға күрә торлаҡ төҙөлөшөн арттырыуға бөгөндән үк нигеҙ һалырға кәрәк, тине Радий Хәбиров.



