Өфө дәүләт «Нур» татар тетарында ойошторолған һөйләшеүҙә йәмәғәт ойошмалары, уҡытыусылар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатнашты. Республика башлығы Башҡортостанда милли телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлау буйынса күп йыллыҡ сәйәсәт үҙ һөҙөмтәһен бирә, тип билдәләне. Һәр баланың үҙ телендә белем алырға, тарихын өйрәнергә мөмкинлеге бар. Иң мөһиме, күп милләтле республика халҡы татыулыҡта һәм тыныслыҡта йәшәй. Бөгөн беҙ берләшеп, бер дошман менән көрәшәбеҙ, беҙҙең төп бурыс - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, тине Башҡортостан башлығы.
Республика башлығы менән осрашыу барышында тиҫтәнән ашыу һорау һәм тәҡдим яңғыраны. Уларҙың бер өлөшө мәктәптәрҙә капиталь ремонт эшләүгә ҡайтып ҡалды. Нефтекама ҡалаһының «Белем» полилингваль күп профилле мәктәп-интернаты етәкселеге уҡыусылар өсөн тағы бер корпус төҙөлөүөн һораны. Белем усағында бер меңдән ашыу бала ике сменала уҡый, республика башлығы был мәсьәләне алдағы ике йыл эсендә хәл итергә ҡушты. Татар йәмәғәтселеге вәкилдәре республикала Халыҡтар дуҫлығы йортон төҙөү, Советтар Союзы геройы, шағир Муса Йәлилдең яҡты иҫтәлегенә һәйкәл асыу, төбәктең район-ҡалаларында тормошҡа ашырылған милли байрамдарҙы үткәреү өсөн дәүләт ярҙамын булдырыу кеүек тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.



