Республика һуңғы йылдарҙа төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса илдә алдынғылар рәтендә. 2019-2023 йылдар статистикаһы Мәскәүҙә, Рәсәй халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында ла яңғыраны. Яңыртылған уҡыу йорттарының береһе Ауырғазы районында урынлашҡан. Балаларҙың белем алыу шарттары менән БЮТ ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды.
Математика бөтә фәндәрҙең нигеҙен тәшкил итә. Дәрестең төп темаһы - ауырлыҡты иҫәпләү. Беренсе класс уҡыусылары йөҙҙәрсә һәм меңдәрсә грамм ауырлыҡты нисек үлсәргә кәрәклеген төшөнә.
Теүәл фәндәрҙән тыш, уҡыусылар сит телдәрҙе лә тырышып өйрәнә. Бының өсөн һәр кемдең үҙ маҡсат-ынтылышы бар.
Дәрестәрҙе заманса интерактив таҡталар ҡулланып үткәреү уҡыусыларҙың предметҡа ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Технология дәресендә сыйырсыҡ умарталары яһағандан һуң үҫмерҙәр квадрокоптерҙар ҡороуға тотона. Әйткәндәй, өлкән класс уҡыусылары байрамдарҙы үҙҙәре әҙерләп алып бара. Үҫмерҙәр инициатив бюджетлау мәктәп программаһына заявка биргән, һөҙөмтәлә уларға тауыш ҡорамалдары бүленгән, уларға идара итеү өсөн балалар ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙа белем алған.
Мәктәп бинаһы 1972 йылда төҙөлгән. Мәғариф учреждениеһы бинаһына 50 йыл эсендә беренсе тапҡыр капиталь ремонт үткәрелгән.
Капиталь ремонттан һуң мәктәп ашханаһы ла танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ашнаҡсылар яңы һәм электр энергияһын экономиялаусы ҡоролмаларҙа аш-һыуҙы тиҙ, тәмле һәм санитар нормаларға тап килерлек итеп әҙерләү мөмкинлегенә эйә.
Мәктәп китапханаһы ла яңырыу көтә. Ул тиҙҙән өр-яңы китаптар менән байытыласаҡ. Заманса йыһаздар менән тулыландырылған лабораторияла иһә Көйәҙебаш үҫмерҙәре яңынан-яңы тәжрибәләр ҡуясаҡ, асыштар эшләйәсәк.
Гүзәл Борханова



