Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Аҙаҡҡы 5 йылда финанслау артҡан, яңы объекттар файҙаланыуға тапшырылған. “Башҡортостан вәкилдәре Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә”, - ти Спорт министры Руслан Хәбибов.
Республикала “Ауыл тренеры” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Быйылдан “Ҡала тренеры” проекты ла иғлан ителде. Юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән йәш спортсыларға стипендия түләнә.







