Республика буйынса статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, емеш-еләк ҡиммәтләнгән, йомортҡа һәм тауыҡ итенә хаҡ тотороҡланған. Ғинуарҙа импорт автомобилдәр, йорт йыһаздары һәм бензин ҡиммәтләнгән, шулай уҡ юлда йөрөүгә һәм туристик хеҙмәттәргә, күсемһеҙ милек баҙарында хаҡ күтәрелгән.




