Спорт министры Руслан Хәбибов Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә программа үтәлеше менән таныштырҙы. “Ауыл тренеры” проекты 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Быға тиклем спорт белгестәренә 600 мең һум түләнде. Уны 103 кеше алған. Күптән түгел “Ҡала тренеры” тигән программа иғлан ителде.







