Башҡортостан Ғаилә йылы уңайынан уҙғарылған «Бөтә ғаилә менән» федераль проектында ҡатнашыусылар һәм призерҙар һаны буйынса ла илдә лидерҙар иҫәбендә.
Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, федераль проектта Башҡортостандан 12 мең ғаилә ҡатнаша. Проект авторҙары аҙна һайын ғаиләләргә ябай ғына, әммә күңелле эштәр бирә. Мәҫәлән, ғаилә менән киноға йәки башҡа сараларға барырға, бергә аш-һыу әҙерләргә йәиһә күмәкләп саңғы шыуырға сығырға. Һуңынан ошо турала фотоотчеттарҙы #всейсемьей һәм #всейсемьей02 хештэгтары менән социаль селтәргә һалырға. «Иң сағыу фотолар авторҙары төрлө приздар һәм сертификаттар менән бүләкләнә, әммә был осраҡта бүләккә ҡарағанда ғаиләлә ағзаларының ваҡытын яҡындары менән бергә үткәреүе ҡиммәтле.» тип белдергән Башҡортостан башлығы.



