Проект «Башҡорт вахтаһы» тип атала. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм төбәктең алдынғы сәнәғәт предприятиеһы вәкилдәре Иглин районында йәшәүселәр менән осрашты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға предприятиела вахта ысулы менән эшкә урынлашыуҙың өҫтөнлөктәре хаҡында мәғлүмәт бирелде. Әйтәйек, түләүле стипендия менән 4 ай белем алыу, рәсми эшкә урынлаштырыу, премиянан тыш, разрядтары булған эшселәргә 100 мең һумдан ашыу эш хаҡы. Предприятиеға әлеге ваҡытта 3 мең ярымдан ашыу эшсе ҡулдар талап ителә. Эшкә килеүселәр йәшәү урындары менән тәьмин ителә. Киләһе йылда хеҙмәткәрҙәргә яңы төҙөлгән йорттан 400 фатир бүленәсәк тип күҙаллана.






