Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн илһөйәрлек байрамы ойошторолдо

«Родина» кинотеатрында үткән сарала малай-ҡыҙҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн окоп шәмдәре эшләргә өйрәнде. Балалар Ватан һағында торған яугирҙарға күңел йылыһы менән хаттар яҙҙы, һүрәттәр төшөрҙө. Оҫталыҡ дәресенән һуң балалар «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен ҡараны. 2024 йыл республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Балаларға байрам кәйефен бүләк итеү өсөн үткәрелгән сара Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылды.

Оҫталыҡ дәресе - «Геройҙарға - шәмдәр» тип атала. Кескәйҙәр окоп шәмдәрен хуш еҫле балауыҙҙан эшләй. Туған илен һаҡлаған яугирҙар шәмдәрҙе яндырып республикала йәшәүсе балаларҙың сәләмен тойор тигән ышаныстабыҙ.

Рөстәм Шоров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ