Салауат районының Тирмән ауылы йәнә саңғысыларҙы бергә йыйҙы

Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә билдәлелек яулап өлгөргән спорт сараһы быйыл да юғары кимәлдә ойошторолдо. Төбәктең арҙаҡлы шәхстәре Әсүәт Әлибаев менән Камил Шәрәфетдинов иҫтәлегенә арналған ярыш ул быйыл унынсы тапҡыр уҙғарылды. Заманында төбәк үҫешенә тос өлөш индереп, һөнәр уңғандары дәрәжәһенә күтәрелгән шәхестәрҙең юлын хәҙер балалары дауам итә.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр үҙҙәренең йәш категорияһында билдәләнде һәм һәр ҡатнашыусы спорт биштәрҙәре менән бүләкләнде. Еңеүселәр һәм призерҙарға миҙалдар, дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Эстафетала ҡатнашыусы балалар йомшаҡ уйынсыҡтар, туптар алып ҡыуанды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ