Баш ҡала уҡыусылары «Учитель» ҡушаматлы яугирға гуманитар ярҙам әҙерләне

Өфө гимназияһы уҡытыусыһы ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға әҙерләнә. «Учитель» ҡушаматлы яугирға гуманитар ярҙам әҙерләү тураһында киләһе яҙмала.

Технология дәресе уҡытыусыһы 6-сы класс кадеттарына окоп шәмдәрен эшләргә өйрәтә. Был гимназияның «Искәндәр» исемле хәрби патриотик клубы малайҙары. Уҡыусылар хәрбиҙәргә хаттар ҙа яҙған.

«Учитель» ҡушаматлы яугир Рәсәй гвардияһының «Салауат Юлаев» исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт итә. Ул тәүге тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Алғы һыҙыҡтан яугир хәрби хеҙмәттәштәре ебәргән кейем-һалым, яу яланында табылған әйберҙәрҙе гимназияның буласаҡ музейына алып ҡайтҡан. Ул махсус хәрби операцияға арналасаҡ.

121-се гимназия ҡыҙҙары хәрбиҙәргә ҡоро душ әҙерләй. Был әйберҙәр яугирҙарға алғы һыҙыҡта ялан шарттарында йыуынырға ярҙам итә.

Гуманитар ярҙам гимназия хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм ата-әсәләр әүҙем ҡатнашлығында тупланған. Уҡыусылар үҙҙәренең уҡытыусыһына тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын теләй.

Фидан Монасипов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ