Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән хеҙмәттәшлек итәсәк.
Бөгөн Торатау конгресс- холында уҙан коллегия ултырышында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән вуздар араһында ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы студенттар туризм индустрияһын популярлаштырыуға һәм уның йүнәлештәре буйынса эшләүгә йәлеп ителәсәк.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы коллегия ултырышында уҙған йыл һөҙөмтәләре барланды һәм алдағыһына бурыстар билдәләнде. Эшҡыуарлыҡҡа федераль гранттар йәлеп итеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыла, был йәһәттә урындарҙағы бизнес- шерифтарҙың тырышлығы билдәләп үтелде. Туризмды үҫтереү һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек алға китте. Был йүнәлешкә килеүсе инвесторҙар һәм туристар һаны ла күбәйә. Шулай уҡ республика Волга буйы федераль округында үҙмәшғүлдәр һаны буйынса өсөнсө урында. Был төр категория граждандарҙың йылдан-йыл артыуы күҙәтелә.



