Баш ҡала хосписы автомобилле булды

Махсус медицина машинаһын социаль учреждениеға даими бағыусылары - Башҡортостандың электр селтәрҙәре компанияһы бүләк итте. Тәү ҡарашҡа ябай Соболь, әммә ул беҙҙең өсөн ҡотҡарыусы техника, ти хоспис хеҙмәткәрҙәре. Автомашина мөмкинлектәре менән БЮТ хәбәрселәре лә ҡыҙыҡһынды.

Автомобиль таҫма бәйләнгән бүләк ҡумтаһы шикелле. Ысынлап та бүләктең төп ҡыуанысы эсендәгеһе. Тап салон йыһазландырылышы менән ул башҡа оҡшаш микроавтобустарҙан айырылып тора. Техник яҡтан да өҫтөнлөктәре бар.

Иң төп өҫтөнлөк -ятып барыу мөмкинлеге. Бының өсөн салонда тәгәрмәсле носилкалар урынлаштырылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙамға мохтаждарҙың йорттарына уҡ барып етеп хосписҡа килтерә ала. Быға тиклем социаль учреждение тәрбиәләнеүселәре үҙ йүнен үҙе күрергә мәжбүр ине.

Медицина автомобилен Өфө хосписына Башҡортостандың электр селтәрҙәре компанияһы бүләк итте. Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма учреждение төҙөлә башлағандан алып ярҙам күрһәтә. Хәйриәлектән ҙур кинәнес алабыҙ, ти ойошма вәкилдәре.

Беҙ хосписта тәрбиәләнеүселәрҙең яҙмышына битараф ҡала алмайбыҙ. Шуға күрә һәр саҡ ярҙам итергә тырышабыҙ. автомобилдә лә тейешле медицина ярҙамын мөмкин тиклем күберәк мохтаждар алһын тип бүләк итәбеҙ.

Юлиә Казанская, Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы идаралығы ағзаһы, персонал менән идара итеү директоры

Башкирэнерго быға тиклем дә хоспис тәрбиәләнеүселәренә уңайлы кресло-коляскалар, үпкәләрҙе яһалма елләтеү, кислород ҡорамалдары бүләк иткән. Медицина автомобиле лә ярҙамдың һуңғыһы түгел. Изгелек ҡылыу ҙа яҡшы ғәҙәткә әйләнә, ти улар.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ