Республикала мәктәп уҡыусылары араһында технологик һәм тәбиғи-ғилми түңәрәктәргә ҡыҙыҡһыныу артҡан

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 12-cе лицейында ойошторолған кванториумға ла балалар оло теләк менән йөрөй. Мәғариф майҙансығында робототехника, программалау, 3д-моделләштереү буйынса түңәрәктәр алып барыла, шулай уҡ пилотһыҙ осоусы аппараттар менән эшләргә өйрәтәләр. Юғары технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған лабораторияларҙы БЮТ ижади төркөмө лә ҡараны. Тулыраҡ киләһе яҙмала

Уҡыусылар роботты йыйыуҙан тыш, уға программа кодын да яҙған. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 12-cе лицейында өсөнсө йыл робототехника түңәрәге эшләй. Тәжрибәле белгестәр ярҙамында балалар ябай һәм ҡатмарлы моделдәр яһарға, команда менән эшләргә өйрәнә.

Кванториумда балалар уңайлы шарттарҙа белемен камиллаштырып, фәнни асыштар яһай. Пилотһыҙ осоусы аппараттар менән эшләргә өйрәнә, робототехника, программалау серҙәренә төшөнә, инженер, техник һөнәрҙәрҙе үҙләштерә.

2021 йылда «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә лицей кабинеттарын заманса ҡорамалдар, һанлы лабораториялар менән йыһазландырыуға 22 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгәйне. Проект сиктәрендә уҡытыусылар ҙа өҫтәмә белем биреү буйынса махсус уҡыуҙар үткән. Һуңғы йылдарҙа балаларҙың төрлө олимпиада-конкурстарҙа сығыш яһап, еңеү яулауҙары башланғыстың уңышлы булыуын дәлилләй.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары араһында технологик һәм тәбиғи-ғилми түңәрәктәргә ҡыҙыҡһыныу артыуы күҙәтелә. Тәү сиратта, был матди-техник тәьминәттең нығыуына бәйле. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала техник йүнәлештәге 24 учреждение эшләй. Шулай уҡ ике мобиль технопарк ярҙамында 2020 йылдан алып республика райондарында дүрт меңдән ашыу бала белемен камиллаштырған.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ