Башҡортостанда ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар буленә. Был йәһәттән 2014 йылдан ғәмәлгә ашырылған «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы оло әһәмиәткә эйә. Проектта республиканың барлыҡ ауыл биләмәләре лә әүҙем ҡатнаша.
Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында ойойшторолған сходта урындағы халыҡ хәл итеүҙе талап иткән бер нисә проблеманы күтәрҙе. Әммә кәңәшләшкәндән һуң улар зыярат биләмәһен төҙөкләндереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Программала ҡатнашыу өсөн тауыш биреү юлы менән инициатив төркөм һайланды. Конкурста еңеү яулаған осраҡта, республика бюджетынан аҡса бүленәсәк. Ауылдаштар иһә үҙҙәре билдәләнгән сумманың бер өлөшөн йыясаҡ. Бынан тыш, бағыусылар ярҙамы тураһында ла һөйләшеп килешелгән.






