Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға яҡын арала Шаран районынан сираттағы 18-се гуманитар конвой ебәрелеүе көтөлә. Яугирҙарға боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн медикаменттар, шәхси һаҡланыу саралары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйыла.
«Шаран һалдатына йылы кейемдәр» акцияһы сиктәрендә юрғандар, йылы ойоҡбаш, бейәләйҙәр, бирсәткәләр тапшырылған. «Һалдатҡа хат» акцияһында иһә район мәктәптәре уҡыусылары әүҙем ҡатнашҡан. Ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр «Блиндаж шәме» акцияһына ҡушылып күпләп окоп һәм блиндаж шәмдәре лә етештерә. Изге эшкә район халҡы, шәхси эшҡыуарҙар һәм ойошмалар ҙур ярҙам күрһәтә.






