Ул Салауат Юлаев исемендәге батальонда хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡта “Учитель” тигән ҡушамат алған. Әле яугир ялға ҡайтҡан.
121-се гимназия уҡыусылары остаздарына хат яҙа, ата-әсәләре менән бергә гуманитар ярҙам әҙерләй. “Һөнәрҙәшебеҙ ысын патриот. Уға һәм иптәштәренә сыҙамлыҡ һәм ҡыйыулыҡ теләйбеҙ”, - ти белем усағы педагогтары Рузилә Әминева һәм Фидәиә Хөсәйенова.
Республикала 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр һәм 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Гүзәл заттар алғы һыҙыҡта медицина хеҙмәткәре, элемтәсе һәм ашнаҡсы булып эшләй ала. Берҙәм белешмә телефоны: 117.







