Өфөлә легендар мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадыровҡа һәйкәл ҡуйырға тәҡдим ителде

Радий Хәбиров менән осрашыу барышында татар йәмәғәтселеге вәкилдәре ошондай башланғыс менән сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы уны хупланы. Ғабдрахман Ҡадыров боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса 6 тапҡыр донъя чемпионы. “Минең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ. Ғабдрахман Ҡадыров ҡаһарманлыҡ символы иҫәпләнә һәм ул һәйкәлгә лайыҡлы кеше. Уға бағышланған монумент көйәрмәндәр өсөн ҙур бүләк булыр ине”, - ти спортсының ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова.

Өфөлә легендар мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадыровҡа һәйкәл ҡуйырға тәҡдим ителде

Өфөлә Ғабдрахман Ҡадыровҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Баш ҡалалағы урамдарҙың береһе легендар спортсының исемен йөрөтә.

Фото №1 - Өфөлә легендар мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадыровҡа һәйкәл ҡуйырға тәҡдим ителде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ