Башҡортостан ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә төбәктәр араһында беренсе

Республиканың сауҙа министрлығы йәмәғәт берекмәләре менән берлектә эшләү һөҙөмтәһендә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса рейтингта Рәсәй федерацияһының бөтә субъекттары араһында беренсе урын яулаған.

Ведомство тарафынан бәхәстәрҙе судҡа тиклемге һәм судтан тыш тәртиптә хәл итеүҙә әүҙем эш алып барыла. Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙоу буйынса мөрәжәғәттәр һөҙөмтәһендә 10 миллион һумдан ашыу аҡса ҡайтарылған.

Идаралыҡ 600-гә яҡын суд эшендә ҡатнаша. 2023 йылда һатып алыусыларға 150 меңдән 350 мең һумға тиклем суммаға өҫтәмә хеҙмәттәр йөкмәткән автосалондар эшмәкәрлеге буйынса ла яҡлау эше алып барыла.

Коллегия ултырышында уҙған йыл һөҙөмтәләрен барланыҡ һәм ағымдағыһына бурыстар билдәләнек. Былтыр республикала санитар эпидемиологик хәл нормала булды тип әйтергә мөмкин. Граждандарҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләү буйынса төрлө йүнәлештә эшләйбеҙ.

Анна Казак, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ