«Айыҡ ауыл» республика конкурсында Кушнаренко районы данын Иҫке Ғүмәр ауылы яҡлаясаҡ

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Иҫке Ғүмәрҙәр ауыл көнөн билдәләне. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Иҫке Ғүмәр ауылына1736 йылда нигеҙ һалынған. Эштә тырыш, дуҫлыҡ менән көслө ғүмәрҙәр быуаттар төпкөлөнән килгән тарихи йыльяҙмаларҙы төплө өйрәнеп, тормош-көнкүреш әйберҙәрен ҡәҙерләп һаҡлап йәш быуынға тапшыра.

«Ике Ғүмәр - беҙҙең ғорурлыҡ» тип аталған байрамда ҡатнашыусы мәртәбәле ҡунаҡтар ауыл биләмәһендә урынлашҡан предприятиеларҙа булды, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет, магазин кеүек социаль-мәҙәни объекттар эшмәкәрлеге менән танышты.

Ауыл байрамында ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙы ла хөрмәтләп иҫкә алды. арналған Обелискка сәскә һалыу тантанаһында әлеге көндә берҙән-бер иҫән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әнәс Әхмәҙиев та ҡатнашты.

Ауыл мәҙәниәт йорто янындағы майҙанда урамдар һәм тирмәләр конкурсы ойошторолдо. Унда һәр урам тарихы, халыҡ кәсептәре, төбәктең хеҙмәт ҡаҙаныштары тураһында бәйән ителде.

Ауыл уңғандарының ҡул эштәре күргәҙмәһе иһә сағыу төҫтәре, ошо төбәккә генә хас милли нағыштары менән әсир итһә, хужабикәләр милли аш-һыу серҙәрен белергә теләүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе .

Иҫке Ғүмәрҙәр «Айыҡ ауыл» республика конкурсында икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Быйыл уларҙың мәртәбәле конкурста еңеүгә ышаныстары көслө.

Сара һуңында күккә тыныслыҡ, мөхәббәт, ғаилә символы булған аҡ күгәрсендәр осоролдо. Байрам айыҡ тормош яҡлы ауылдаштарҙың берҙәм һәм татыу булыуҙарын иҫбатланы.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ