Әҫәрҙәрендә - ил яҙмышы. Мәжит Ғафури мемориал йорт-музейында ошо исем аҫтында шағир, ғалим-әҙәбиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Риф Әхмәҙиевтың 70 йәшенә арналған осрашыу үтте. Сарала Риф Барый улының тормош юлы һәм ижады барланды.
Әҙәби кисәлә юбилярҙың ижадташ дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре, студенттар, «Шоңҡар» әҙәби ижад берекмәһендә шөғөлләнгән йәштәр ҡатнашты. Риф Барый улы оҙаҡ йылдар фән менән шөғөлләнә. Уның ғилми һәм педагогик ҡыҙыҡһыныуҙарының төп объекты - башҡорт драматургияһы һәм журналистика үҫеше. Риф Әхмәҙиев шулай уҡ университет уҡытыусыһы булараҡ, студенттар өсөн күп кенә дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары ла әҙерләй. Ижади эшмәкәрлегенең икенсе йүнәлеше - шиғриәт. Унда тыуған илгә һәм тәбиғәткә һөйөү, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт темалары уҡыусыны етди уйланырға мәжбүр итә.
Кисәнең «Әҫәрҙәрендә - ил яҙмышы» тип аталыуы юҡҡа түгел. Шағир бөгөн дә әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнә. Журналистика тарихына, көндәлек торошона һәм үҫешенә ныҡлы иғтибар бүлә. Айрат Кәримов, Айрат Ҡобағошов һәм башҡа композиторҙарҙың Риф Әхмәҙиев шиғырҙарына яҙылған тиҫтәләгән йыры эфир тулҡындарында йыш яңғырай.



