Владимир Путин: "Берҙәмлек - бөйөк һәм еңелмәҫ көс"

“Колониялар тоторға, бөтә донъяла милли низағтар булдырырға күнеккән  Көнбайыш Рәсәйҙең үҫешен тотҡарларға ғына тырышмай. Уларға беҙҙең ил урынына юҡҡа сыға барған, уларға бәйле булған киңлек кәрәк”. Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе.

Владимир Путин: "Берҙәмлек - бөйөк һәм еңелмәҫ көс"

“Быуаттар дауамында нығынған берҙәмлегебеҙ – бөйөк һәм еңелмәҫ көс. Беҙҙең һалдаттар һәм офицерҙар, төрлө милләт һәм дин кешеләре быны эше менән иҫбат итте. Улар иңгә-иң ҡуйып Тыуған илебеҙ өсөн алыша. Беҙ азатлығыбыҙҙы, тыныс һәм лайыҡлы тормошта йәшәү хоҡуғын барыбыҙ ҙа бергә яҡлайбыҙ. Быуандар бәйләнешен һәм традицияларыбыҙҙы һаҡлайбыҙ һәм балаларыбыҙға тапшырасаҡбыҙ”, - тине ил етәксеһе. “Бөгөн суверенитетты нығытыу бөтә йүнәлештәр буйынса алып барыла. Фронтта яугирҙәребеҙ сыҙамлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә”, тип белдерҙе Владимир Путин.

Владимир Путин: "Берҙәмлек - бөйөк һәм еңелмәҫ көс"
Фото №1 - Владимир Путин:  "Берҙәмлек -  бөйөк һәм еңелмәҫ көс"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ