Һөйләмдәр тикшереп ҡиммәтле бүләктәр оттолар

Бөгөн Өфөлә башҡорт теленең һүҙ ҡулланылышы миҫалдарын тулыландырыу проекты барышында уҙғарылған конкурстың еңеүселәре билдәләнде. Әүҙем ҡатнашыусыларҙың һәр береһе, алтмыш, илле һәм ҡырҡ меңгә тиклем һөйләмдәр тикшергән. Һөҙөмтәлә, башҡорт теленең һүҙ ҡулланылышы миҫалдары коллекцияһы 1 миллион 100 мең ике телле пар һөйләмдәр менән тулыландырылды. Проект Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының грант иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.Конкурсҡа килгән 120 проектың 10-ауһы грантҡа һайлап алынды, ти ойошма белгесе Гүзәлиә Исхакова.

Һөйләмдәр тикшереп ҡиммәтле бүләктәр оттолар

Проект - башҡорт телен донъялағы иң һанлаштырылған телдәр кимәленә сығара ала, ти уның авторы, философия фәндәре кандидаты,  Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Искәндәр Шакиров.

Һөйләмдәр тикшереп ҡиммәтле бүләктәр оттолар

  Конкурста еңеүселәргә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының Рәхмәт хаты һәм ойоштороусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Фото №1 - Һөйләмдәр тикшереп ҡиммәтле бүләктәр оттолар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ