Форум йылдың иң ҙур халыҡ-ара сараларының береһе иҫәпләнә. Унда Башҡортостан егет һәм ҡыҙҙары ла ҡатнаша.
Бөтә донъя йәштәр фестивале Сириус федераль биләмәһендә ойошторола. Унда 20 мең егет һәм ҡыҙ ҡатнаша. ЙыйынРәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса үткәрелә. Сара 7 мартҡа тиклем дауам итә.







