Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

2 сәғәт 6 минут 38 секунд. Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһе ваҡыты буйынса ғына түгел, йөкмәткеһе менән дә рекорд ҡуйҙы. Ул тотош 6 йылға иҫәпләнгән стратегик үҫеш программаһын үҙ эсенә ала. Мөрәжәғәтнамәләге пункттар төрлө өлкәләргә ҡағылһа ла, уның үҙәгендә халыҡтың мәнфәғәте тора. Әйткәндәй, Владимир Путин мөрәжәғәтнәмә менән 19-сы тапҡыр сығыш яһай. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Мөрәжәғәтнамә үҙәгендә-ғаилә. Әсәлек капиталы, ғаилә ипотекаһы оҙайтыла. 6 йәшкә тиклемге бала тәрбәиләүселәргә кредит ставкаһы 6 процент күләмендә билдәләнә. Өсөнсө сабый тыуғанда дәүләт ипотеканың 450 мең һумын ҡаплай, икенсе балаға һалым ҡайтармаһы суммаһы ике тапҡырға арттырыла. Илдә «Ғаилә» милли проекты тормошҡа ашырыла башлай.

Эсеүеңде ташла ла саңғыға баҫ. Барыбыҙға ла таныш халыҡ лозунгы йәнә актуаль. Владимир Путин илдә спиртлы эсемелектәрҙе әҙерәк ҡулланыуҙарын, ә спорт һөйөүселәрҙең артыуын билдәләне. Йыл һайын 350 спорт комплексы төҙөү, һаулыҡ һаҡлау объекттарына өҫтәмә рәүештә аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Тимәк ғүмер оҙонлоғо ла арта тигән һүҙ. Киләсәктә был күрһәткесте 78 йәшкә тиклем еткереү бурысы тора. Тағы ла бер яңы милли проект «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» тип атала.

2030 йылға тиклем 18 мең мәктәпте капиталь төҙөкләндереү ҡарала. Киләһе йылдан баллар баҡсаһы буйынса ла яңы программа тормошҡа ашырыла.

Педагогтар өсөн дә яңылыҡтар бар, класс етәкселеге һәм куратрлыҡ өсөн түләүҙәр арттырыла.

Мөржәғәтнамәнең нигеҙендәге тағы бер йүнәлеш кадрҙар. Ул юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарын да, ятаҡтарҙы ремонтлауҙы ла күҙ уңында тота. Илдә 40 заманса студенттар кампусы төҙөү планлаштырыла. бөгөн иғлан ителгән ике милли проек йәштәргә һәм кадрҙар сәйәсәтенә арнала.

Мәғариф өлкәһе буйынса, берҙәм дәүләт имтиханына уҡыу программаһында ҡаралмаған һорауҙарҙы индермәҫкә ҡушылды.Сөнки һәр ата әсәнең репетитор яллау мөмкинлеге юҡ. Икенсенән, уҡыусыларға берҙәм дәүәлт имтиханында өҫтәмә мөмкинлек биреү.

Рәсәй Президенты мөрәжәғәтнамәһен иғлан итеү сараһында Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров белдереүенсә, был үҫеш мөрәжәғәтнамәһе. Бар негатив процестарға ҡарамаҫтан , беҙҙең илебеҙ үҫә, алға бара. Мөрәжәғәтнамә тәү сиратта халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, яңы милли проекттар ҙа ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Документтағы һәр пункт төптән уйланылған һәм финанс база менән нығытылған, йәғни уларҙы ғәмәлгә ашырыу механизмдары ла ҡаралған, тине Радий Хәбиров.

Владимир Путин үҙ сығышында тышҡы һәм эске сәйәсәт, махсус хәрби операция менән бәйле һорауҙарға ла туҡталды. Һүҙ тәү сиратта яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары тураһында бара. Бынан тыш махсус хәрби операция вет ерандарының кадрҙар програмаһы ла ғәмәлгә ашырыла башлай.

4 яңы милли проект һәм тиҫтәләгән программа. Рәсәй президенты Владимир Путиндың быйылғы мөрәжәғәтнамәһен киләһе 6 йылға иҫәпләнгән үҫеш стратегияһы тип атарға мөмкин. ул аныҡ маҡсаттар һәм финанслау сығанаҡтары менән нығытылған. Иң мөһиме ул һәр быуын кешенең ихтыяжын иҫәпкә ала һәм киләсәккә ышаныс уята.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ