Ватанды һаҡлау көнөндә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан тотҡондар өсөн концерт ойошторолдо

Ватанды һаҡлау көнөндә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан тотҡондар өсөн 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында йәмәғәтселәр ойошторған акция үтте. Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллығы уңайынан концерт ойошторолдо.

Патриотик рухлы йыр башҡарыусы ҡасандыр хәрби кейемдә ил һағында торған. Тик ҡатмарлы яҙмышуны холоҡ төҙәтеү колонияһына алып килгән. Сәхнәләгеләр ҙә, залда уларҙың сығышын ҡараусылар ҙа бер яҙмышлы. Байрам уңайынан уларҙы ҡотларға власть органдары, йәмәғәт ойошмалары, хәйриә фондтары вәкилдәре килде.

Улар ҡаты режимда ултыра. Йылына бер генә бандероль алырға хоҡуҡтары бар. Беҙ уларға тәмлекәстәр, йәшелсә һәм емештәр килтерҙек. Күптәре бында иреккә сығарылғандан һуң кире ултырған.

Олег Ғәлин, Башҡортостан диңгеҙ пехотасыларының йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе

Колонияла көн тәртибе ҡәтғи яҙылған. Улар кейем тегеү, мебель йыйыу буйынса муниципаль һәм шәхси заказдарҙы үтәй. Хеҙмәт минималь эш хаҡы күләмендә түләнә.

Йәмәғәтселәр март айында холоҡ төҙәтеү колонияһына тағы килә. Пенсия, инвалидлыҡ һәм медицина ярҙамына ҡағылышлы һорауҙарға аныҡлыҡ индереү өсөн власть органдары вәкилдәре түңәрәк өҫтәл форматында әңгәмә үткәрәсәк.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ