«Асылыкүл» тәбиғәт паркында экологик акция ойошторолдо

Мәке уй ҙа - балыҡты ҡотҡар. «Асылыкүл» тәбиғәт паркында һыу аҫты тереклеген боҙ аҫтында тонсоғоуҙан ҡотҡарыу буйынса экологик акция ойошторолдо. Ҡыш аҙағына һыу ятҡылыҡтарында кислород бөтә, балыҡтар ылымыҡ ҡалдыҡтарынан ағыулана. Һыу аҫты тереклегенә ярҙамға тәбиғәт инспекторҙары һәм ирекмәндәр килә. Балыҡтарҙы ҡотҡарыу барышын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.

Ә урыны менән бер метрға тиклем етә. Балыҡты ҡотҡарыу операцияһы ҡыш буйы тиерлек бара. Асылыкүлдә иһә бының өсөн айырым техника уйлап тапҡандар. Боҙ аҫтына һауа үтһен өсөн, Т хәрефе формаһында мәке уялар. Һуңынан көрәк ярҙамында яһалма ағым эшләйҙәр.

Бындай үҙенсәлекле мәкеләр бөтә күл өҫтөндә бер нисә генә. Күберәк кәрәкмәй ҙә. Ҙур мәкеләрҙән тыш, һыу аҫты тереклегенә кислород балыҡсылар уйғандары аша үтә. Балыҡтарҙы ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашырға хатта күрше райондарҙан да киләләр. Ирекмәндәрҙе бында балыҡ тотоуға ҡарағанда, уларға ярҙам итеү маҡсаты нығыраҡ тарта.

Хәйер, мәкеләр туңмауы тәбиғәт паркы инспекторҙары күҙәтеүендә. Һәр иртә улар һыу ятҡылығына килеп, уны яңыртып тора. Ә һыу аҫты тереклеге тормошон күҙәтергә заманса приборҙар ярҙам итә.

«Асылыкүл» тәбиғәт паркы инспекторҙары эше туҡтамай. Балыҡтарҙы тонсоғоуҙан ҡотҡарыу - улар эшенең бер өлөшө генә.

Йәйге ял миҙгелендә иһә инспекторҙар күп ваҡытын күлдән сүп-сар ташып уҙғарырға мәжбүр. Сөнки йыш ҡына намыҫһыҙ туристар ҡалдыҡтарҙы йыйыштырыуҙы бөтөнләй кәрәк тип иҫәпләмәй. Ҡышҡы экологик акцияға килгәндә, ул йылдағыса һөҙөмтәле: быға тиклем күлдә бер тапҡыр ҙа балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы теркәлмәгән.

Рәзилә Ғитниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ